Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң математика уҡытыусыһы Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары исемлегенә инде һәм Владимир Путин менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнөң математика уҡытыусыһы Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары исемлегенә инде һәм Владимир Путин менән осрашты. Рәсәй Президентының «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» лауреаттары менән осрашыуы Сочиҙа, «Сириус» белем биреү үҙәгендә уҙҙы.

Быйыл педагогик оҫталыҡ смотрының һуңғы этабында 78 педагог ҡатнашты, уларҙың 15-е лауреат исеменә лайыҡ булды, бишәүһе финалға сыҡты. Һамар өлкәһенән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Кочережко абсолют еңеүсе булды. Лауреаттар менән осрашыуҙа Владимир Путин уҡытыусыларҙы наградалары менән ҡотланы һәм мәғариф системаһы үҫешен, мәктәптә белем биреү сифатын, педагогтарҙың хеҙмәт шарттарын, йәштәргә илһөйәрлек һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе, берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙе тикшерҙе.

Уҙған йылдарҙа мәғарифҡа сығымдар дүрт тапҡырға арттырылды, тине Президент. Былтырғы тупланма бюджетта сығымдар 1,4 триллион һум тәшкил иткән.

Конкурс лауреаттары араһында Өфөнөң 58-се лицейы уҡытыусыһы Римма Ронжина ла бар. Жюри ағзалары уның эссеһын, шәхси сайтын, педагогик советтағы сығышын юғары баһаланы.

Уҡытыусы Президенттан «Сириус» үҙәгендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәләтле балалар менән эштең нисек ойошторолғанлығы хаҡында һораны.

«Әгәр бала математика, физика, биология фәндәрен яҡшы белә йәки мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт менән шөғөлләнә икән, бында бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шуға күрә беҙҙә һайлап алыу һәм тейешле төркөмдәр булдырыу мәсьәләһе генә. Әммә был киләһе этап», — тип яуап бирҙе дәүләт башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть