Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ял һәм байрам көндәрендә төбәктә һалҡын буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ял һәм байрам көндәрендә Башҡортостанда һалҡын буласаҡ. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 9,10 һәм 11 октябрҙә епшек ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә.

Йоманан шәмбегә ҡарай төндә республиканың төньяҡ райондарында көслө ҡар яуасаҡ, боҙлауыҡ буласаҡ. Был көндәрҙә һауа температураһы -1, +4 тәшкил итәсәк, төндә 2-7 градусҡа тиклем төшәсәк. 10 октябрҙә яуым-төшөм кәмей, төндә аяҙайтҡанда 12 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ -3, +2 градус буласаҡ.

Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, киләһе аҙнала яуым-төшөм булмай һәм һауа шарттары яҡшыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть