9 декабрь, Йома

09 октябрь 2015 йыл, 17:14

2015 йылдың ете айы йомғаҡтары буйынса халыҡтың килеме 6,4 процентҡа артҡан

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылдың ете айы йомғаҡтары буйынса халыҡтың йән башына уртаса килеме 24 465 һум тәшкил иткән һәм былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа артҡан. Был хаҡта социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Ултырыш 9 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙҙы.

Ғинуар-июлдә хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 25 087 һумға еткән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 3,7 процентҡа артҡан. Йыл башынан республика буйынса, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторында хеҙмәт хаҡы үҫеше кәмей.

Ете айҙа республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы кимәле Рәсәй буйынса уртаса хеҙмәт хаҡынан 75,5 процент тәшкил иткән.

Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы «Дәүләт социаль сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указы менән 2018 йылға хеҙмәт хаҡы күләмен 1,4-1,5 тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. Һуңғы өс йылда Башҡортостанда эш хаҡы — 1,13, Рәсәйҙә 1,15 тапҡырға артҡан.

Ленара Иванова билдәләүенсә, иң түбән хеҙмәт хаҡын ауыл һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ала — 13,6 мең һум. Иң юғарыһы — файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу предприятиеларында — 44,8 мең һум.