10 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2015 йыл, 16:27

Өфөлә яҙыусы, музыкант һәм рәссамдар Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда 2013-2014 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы булды.

Был юлы премияға журналист һәм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, рәссамдар Вера Фролова һәм Айгөл Ишбирҙина, шулай уҡ кларнетист, Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллин лайыҡ булды.

Премия яҙыусы, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтовҡа «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн бирелде.

«Әҙәбиәт йылында премия алыуым менән бик бәхетлемен. Эшемдә һәр саҡ өлкән ҡәләмдәштәремдең иғтибарын тойҙом, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалдым. Республика Яҙыусылар союзының мине ошо премияға лайыҡ тип иҫәпләүе яуаплылыҡ өҫтәй. Үҙем етем үҫтем, бала саҡтан Өфөлә белем алырға хыялландым, әммә Хөкүмәт йортонда шундай абруйлы премия тапшырырҙар тип күҙ алдыма ла килтермәнем, — тине Айгиз Баймөхәмәтов. — Уҡыусыларымды яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырырға тырышасаҡмын».

Тиҙҙән уның «Ҡалдырма, әсәй!» повесы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында сәхнәләштереләсәк. Спектакль өҫтөндә режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев эшләй.

«Беҙҙең проект «Тыуған төйәктә ҡулға-ҡул тотоношоп» тип атала», — тип һөйләнеләр йәш рәссамдар Вера Фролова һәм Айгөл Ишбирҙина. — Республикабыҙҙы, тарихыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы, кешеләрҙе, тәбиғәтебеҙҙе башҡорт һәм рус ҡыҙы күҙлегенән күрһәтергә теләнек. Беҙ ғүмер буйына: уҡыуҙа ла, эштә лә, ижади сәфәрҙә лә бергә».

Билдәле кларнетист, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин Өфөлә тыуған. Ул Шәйехзада Бабич исемендәге премияға хәйриә проекттары һәм донъяла Башҡортостан мәҙәниәтенең абруйын күтәреүе өсөн лайыҡ булды.

«Башҡортостандың хеҙмәттәребеҙҙе баһалауы — минең өсөн ҙур хөрмәт. Был артабанғы үҫешкә яҡшы этәргес булыр, тип ышанам», — тип билдәләне Артур Нәзиуллин.

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы 1995 йылдан алып тапшырыла. Әлеге ваҡытта премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә.