10 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2015 йыл, 14:49

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды

фото: автор фотоһы | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Лауреаттарға наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.

Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға «Труд» гәзитенең бүлек мөхәррире Гүзәл Агишева, Белорет мәғлүмәт үҙәгенең «Урал» гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина һәм Стәрлетамаҡ районы мәғлүмәт үҙәгенең «Ауыл тормошо» гәзите фотохәбәрсеһе Юрий Нестеренко лайыҡ булды.

Премия Гүзәл Агишеваға республиканың рухи мираҫын һаҡлауға һәм Мәскәүҙә республиканың ыңғай имиджын булдырыуға булышлыҡ итеүсе Башҡортостан һәм яҡташтар тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн бирелде. Был уның өсөн бишенсе премия, СССР Журналистар союзының тәүге премияһы уға 1989 йылда тапшырылғайны. Гүзәл Агишева әле һаман республикала ошо премияға лайыҡ булған берҙән-бер кеше. «Кеше тормошҡа һоҡланып йәшәргә тейеш. Ҡайһы берҙә был ғына етмәй һәм ул үҙенең асыштарын иҫенә төшөрә. 42 йыл эсендә шундай асыштарым булды: «Ленинец», «Комсомольская правда», «Известия», «Труд», улар ҡарашымды ысынбарлыҡҡа әүерелдерҙе», — тине Гүзәл Агишева.

Рәмилә Мусина наградаға «Урал» гәзитендә баҫылған публицистик мәҡәләләре өсөн лайыҡ булды. «Был премия эшкә дәрт өҫтәй. Мин мөһим мәсьәләләрҙе яҡтыртыуымды дауам итәсәкмен. Журналист актуаль, объектив булырға һәм уҡыусыға аңлайышлы телдә яҙырға тейеш», — тип билдәләй Рәмилә Мусина.

Премия Юрий Нестеронкоға «Улар Тыуған иле өсөн көрәште», «Тыуған ил ҡайҙан башлана...», «Спорт — көсһөҙҙәр өсөн түгел» фотоһүрәттәр шәлкеме өсөн тапшырылды. «Мин 30 йылдан ашыу фотохәбәрсе булып эшләйем. Иң ҡыҙыҡлыһы — эшеңде эшләү, кешеләрҙе күҙәтеү. Һәр береһенең үҙ холҡо, психологияһы. Мин фотоһүрәттәремдең психологияһы өҫтөндә эшләйем», — ти фотохәбәрсе.

Бүләкләү бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы 1989 йылдан тапшырыла. Премия Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында булдырыла. Йыл һайын иң яҡшы журналист әҫәрҙәре өсөн айырым хәбәрселәргә йәки авторҙар коллективына бирелә.

темалар: бүләкләүҙәр