9 декабрь, Йома

09 октябрь 2015 йыл, 13:23

Өфө мэры Черниковканы ҡаланың көньяҡ өлөшө кеүек итеп төҙөкләндереү пландары хаҡында һөйләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфө мэры Ирек Ялалов Черниковканы ҡаланың көньяҡ өлөшө кеүек итеп төҙөкләндереү пландары хаҡында һөйләне. Бөгөн ҡала хакимиәтендә уҙған матбуғат конференцияһында ул 2016, 2017 һәм 2018 йылдарҙа Ҡулса, Беренсе Май һәм Интернациональ урамдарын ремонтлау тамамланырға тейеш тип белдерҙе.

«2014-2015 йылдар ҙур сараларға әҙерлеккә арналды, аҡсаларҙың күбеһе ҡаланың көньяҡ өлөшөн төҙөкләндереүгә тотонолдо. Быға аптырайһы түгел, был мегаполистың теге йәки был сараға әҙерлек схемаһы. Алдыбыҙҙа Черниковканы ҡаланың көньяҡ өлөшө кеүек итеп төҙөкләндереү бурысы тора», — тине Ирек Ялалов.

Өфө хакимиәте башлығы билдәләүенсә, ҡаланың көньяҡ өлөшөн төҙөкләндереү эштәре өс йыл барған.

«Юлдарҙы ремонтлау, парктарҙы, йәйәүлеләр аллеяһын реконструкциялау эштәрен башлар алдынан инженер коммуникациялары үҙгәртеп ҡоролдо. Черниковкала шундай эш башҡарыла. Ҡулса урамында ҡаҙыу эштәре алып барыла. Был киләһе йылда транспорт селтәре буйынса күләмле эште башлау өсөн әҙерлек булып тора», — тип йомғаҡ яһаны баш ҡала мэры.