Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалынды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалынды. Уның тыуған көнө уңайынан ойошторолған тантанала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары, республика баҫмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Тиҙҙән Матбуғат йорто алдындағы һәйкәлгә мемориаль таҡта ҡуйыласаҡ, ул әҙер ҙә инде.

«Беҙ һәйкәлгә мемориаль таҡта ҡуйылырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ, сөнки унда Шәһит Хоҙайбирҙиндың исем-фамилияһы ғына яҙылған. Өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының барыһы ла уның кем икәнлеген белмәй», — тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков.

Яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәренең тыуған көнө айҡанлы саралар республика Хөкүмәтендә дауам итә. Унда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреттарын бүләкләү тантанаһы була. Элекке йылдарҙа награда шәхестең тыуған төйәгендә — Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында тапшырыла ине.

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙинға һәйкәл 1981 йылдың 4 декабрендә асыла. Һәйкәлдең скульпторҙары — Тамара Нечаева, Борис Фузеев, архитекторы — Фәрит Рехмуков.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть