7 декабрь, Шаршамбы

09 октябрь 2015 йыл, 11:29

Өфөгә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының рәсми делегацияһы килде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөгә парламент спикеры Владимир Константинов етәкселегендә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының рәсми делегацияһы килде. Аэропортта ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫары Франис Сәйфуллин, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе Марат Шәйхулов ҡаршы алды. Ҡырым парламенты делегацияһы составына профилле комитет рәйестәре һәм ағзалары, аппарат вәкилдәре инде.

Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 10 октябргә тиклем дауам итәсәк сәфәрҙең программаһында республика етәкселеге, депутаттар менән осрашыу, закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Ҡунаҡтар Республика көнөнә арналған тантаналы концертҡа, шулай уҡ Археология һәм этнография музейына, Салауат Юлаев һәйкәленә, Еңеү паркына, «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә, Ядро медицинаһы үҙәгенә, Өфө дәүләт авиация техник университетына, «Алексеевка» совхозына, «Аҡбуҙат» ипподромына, «Өфө-Арена» спорт комплексына барасаҡ. Өфө вуздарында белем алыусы Ҡырым Республикаһы студенттары менән осрашыу планлаштырылған.

Закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү федераль закон проекттарын бергә әҙерләүҙе, норматив акттар һәм уларҙың проекттары, башҡа материалдар менән алмашыуҙы, конференциялар, семинарҙар, осрашыуҙар үткәреүҙе күҙ уңында тота.