9 декабрь, Йома

09 октябрь 2015 йыл, 10:38

Башҡортостанда Халдун Танер исемендәге халыҡ-ара конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Халдун Танер исемендәге халыҡ-ара драматургтар конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ТӨРКСОЙ проекты танылған төрөк драматургының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған.

Конкурста 50-нән ашыу пьеса авторы ҡатнашты, тип хәбәр итте Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәге етәксеһе Әлиә Яхина. Комиссия Башҡортостан буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Улар — яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева («Шәүлә» пьесаһы), Наил Ғәйетбаев («Любезники-любизар…») һәм Мөнир Ҡунафин («Люксембургҡа барғанда...»).

Хәҙер авторҙарҙың эше төрөк теленә тәржемә ителгән һәм конкурста артабан ҡатнашыу өсөн халыҡ-ара жюри тарафынан һайлап алынасаҡ. Беренсе төрки халыҡтары пьесалары конкурсын ТӨРКСОЙ, «Евразия» яҙыусылар союзы (Анкара, Төркиә), республикабыҙҙа конкурстың төбәк этабын Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәге ойоштора.