4 декабрь, Йәкшәмбе

09 октябрь 2015 йыл, 9:48

Республика фермеры «Алтын көҙ-2015» күргәҙмәһендә «Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан фермеры «Алтын көҙ-2015» күргәҙмәһендә «Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. 8 октябрҙә Мәскәүҙең «Крокус Экспо» күргәҙмәләр үҙәгендә «Алтын көҙ-2015» XVII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асылды.

Тантанала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев ҡатнашты. Дмитрий Медведев күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы, илдең иң яҡшы аграрийҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Почетлы награданы Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы вәкиле — Илеш районы фермеры Фирҙәүес Ялалов алды. Уның орлоҡсолоҡ хужалығы — республикала иң яҡшыларҙың береһе, ул үҙенсәлекле һәм элиталы орлоҡтар етештереүгә махсуслаша.

Башҡортостан экспозицияһы — иң ҙурҙарының береһе һәм 108 квадрат метрҙы биләй, тип билдәләнеләр төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Күргәҙмәгә яңы продукция — сыр, күркә ите, ҡаҙ, йәшелсәләр, шулай уҡ республика брендтары — бал, икмәк, һөт ҡуйылған.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы экспозицияһының төп стендында Башҡортостандың инвестиция проекттары һәм бал, сыр, күркә итенән әҙерләнгән деликатестар урынлаштырылған. Уларҙың барыһы ла Милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Быйыл күргәҙмәлә Рәсәйҙең 64 төбәгенән һәм 24 илдән 2500-гә яҡын предприятие, 300 баштан ашыу тоҡом малдары, ҡиммәт тиреле кейектәр һәм ҡоштар ҡатнаша. Яҡынса 100 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар, шулай уҡ Рәсәйҙең федераль округтарынан ике триллион һумдан ашыу суммаға 195 инвестиция проекттары күрһәтелгән.