3 декабрь, Шәмбе

08 октябрь 2015 йыл, 18:27

Баш ҡалала тыл эшсәндәренә һәйкәл асыу тантанаһы булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 8 октябрҙә Өфөнөң Еңеү паркында тыл эшсәндәренә һәйкәл асыу тантанаһы булды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын ошо ваҡиға менән ҡотланы.

– Был монумент ҡәһәрле һуғышта еңеү яулаған Рәсәй, совет халҡының ҡаһарманлығын символлаштыра. Ул илебеҙҙең ҡеүәтен сағылдыра һәм бер үк ваҡытта ябай хеҙмәтсәнгә ихтирам билдәһе лә, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөн тыл эшсәндәренә ихтирам күрһәтәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай кешеләр аҙая бара. Уларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ. Беҙ һеҙҙең быуынды, һуғыш йылдарында ауырлыҡтарға бирешмәйенсә предприятиеларҙа эшләгән, иген иккән, яугирҙәрҙе кейендергән, Еңеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырған кешеләрҙе хөрмәт итәбеҙ.

2013 йылда Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Хөкүмәтенә тыл эшсәндәренә һәйкәл төҙөү тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс ойошторҙо. Уны йомғаҡтары буйынса скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчуктың проекты иң яҡшыһы тип танылды.