8 декабрь, Кесе йома

08 октябрь 2015 йыл, 17:34

Өфөнөң Lumen төркөмө тыңлаусылары менән бергә тыныслыҡ хаҡында йыр ижад итәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Елена Колоколова/. Өфөнөң Lumen төркөмө тыңлаусыларына тыныслыҡҡа өндәгән йырҙың һүҙҙәрен яҙыуҙа ҡатнашырға тәҡдим итте. Йырҙың исеме — «Тыныслыҡ тауышы» һәм көйө лә бар. Бары тик куплеттарын яҙырға кәрәк.

Lumen төркөмө фронтмены Тэм Булатов үҙенең видеомөрәжәғәтендә хәбәр итеүенсә, быға йырсыларҙың ижадына табыныусыларҙың хаттары сәбәпсе булған.

Йырҙың текстарын 1 декабргә тиклем golosamira@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

«Беҙгә хаттар килә башланы, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Рөстәм Булатов. — Кемдер үҙенең шиғырын ебәрә, икенселәр  фекерҙәре менән бүлешергә теләүҙәре хаҡында яҙа. Беҙ иң сағыу образдарҙы, шиғыр юлдарын һайлап аласаҡбыҙ».

Lumen — Рәсәйҙә киң билдәле рок төркөмө. 1998 йылда ойошторолған. 2002 йылда Lumen «Сид һәм Нэнси» йыры менән илдә танылыу яуланы. Төркөм ете студия һәм ете концерт альбомдары сығарған, Рәсәй ҡалалары һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре буйлап гастролдәргә йөрөй.

темалар: рок төркөмө, lumen