8 декабрь, Кесе йома

08 октябрь 2015 йыл, 17:00

Рөстәм Хәмитов шәрҡиәтселәрҙең Бөтә Рәсәй съезын асыуҙа сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 8 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов шәрҡиәтселәрҙең «Рәсәй һәм Көнсығыш: илдәрҙең һәм халыҡтарҙың үҙ-ара эш итеүе» X Бөтә Рәсәй съезын асыуҙа сығыш яһаны. Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙҙы.

– Фәнни форумды үткәреү урыны итеп баш ҡалабыҙҙың һайланыуы осраҡлы түгел. Өфө Евразия континенты тарихын, телдәрен, сәнғәтен, динен, философияһын һәм этнографияһын өйрәнеү үҙәге булып тора, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы үҙ сығышында республиканың билдәле шәрҡиәтселәренең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне, улар араһында Ризаитдин Фәхретдинов, Морат Рәмзи, Әхмәт-Зәки Вәлиди бар.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа «көнсығыш векторы» Рәсәйҙең тышҡы сәйәси йүнәлешендә айырым әһәмиәткә эйә. Башҡортостан ошо процестарҙа әүҙем ҡатнаша, шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС саммиттары барышында ул Көнсығыштың 15 дәүләте лидерҙарының аралашыу майҙансығына әүерелде.

– Рәсәй – Көнсығыш Европала һәм Азияла урынлашҡан, ул ике цивилизацияның да көслө яҡтарын үҙендә берләштергән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Рәсәйҙең шәрҡиәтселәр йәмғиәте ике йылға бер тапҡыр шәрҡиәтселәрҙең бөтә Рәсәй съезын ойоштора. Өфө йыйынды икенсе тапҡыр ҡабул итә: 2006 йылда Башҡортостанда шәрҡиәтселәрҙең «Рәсәй халыҡтарының тарихи яҙмышында көнсығыш» V бөтә Рәсәй съезы уҙҙы.

Шәрҡиәтселәрҙең «Рәсәй һәм Көнсығыш: илдәрҙең һәм халыҡтарҙың үҙ-ара эш итеүе» X Бөтә Рәсәй съезы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институында үтә. Уның эшендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө, Екатеринбург, Новосибирск, Владивосток, Краснодар, Якутск, Абакан, Липецк һәм башҡа Рәсәй ҡалаларынан килгән ғалимдар, Азербайжан, Белоруссия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина шәрҡиәтселәре ҡатнаша. Съезд 2015 йылдың 10 октябренә тиклем дауам итә.