Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстандың ҙур нефть һәм газ форумында ҡатнаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстандың ҙур нефть һәм газ форумында ҡатнаша. 6 октябрҙән 9-на тиклем Алматы ҡалаһының «Атакент-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Нефть һәм Газ. KIOGE-2015» 23-сө халыҡ-ара күргәҙмәһе үтә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиллегендә хәбәр иттеләр.

«Башнефтегеофизика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Техинвест» комплектация үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ОЗНА — Үлсәү системалары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Яңы технологиялар» инженер-етештереү предприятиеһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты күргәҙмә эшендә әүҙем ҡатнаша.

KIOGE — Ҡаҙағстанда һәм Каспий буйы төбәге илдәрендә «Нефть һәм Газ» темаһы буйынса уҙғарылған ҙур сара. Йыл һайын унда 30 илдән 600-гә яҡын предприятие ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть