6 декабрь, Шишәмбе

08 октябрь 2015 йыл, 15:06

Өфөлә «Башҡорт телен өйрәнәм» проектының икенсе миҙгеле башлана

фото: Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡорт телен өйрәнәм» проектының икенсе миҙгеле башлана. Тәүге дәресте тамашасылар 10 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 1 тула 15 минутта ҡарай ала. Проект Яңы йыл алдынан тамамлана — ҡатнашыусылар имтихан бирергә тейеш.

Тапшырыуҙы Өфөнөң 5-се лицейында төшөргәндәр, уны йәш полиглот, башҡорт телен уҡытыу методикаһы авторы Вячеслав Чернев алып бара.

«Проект башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн үҙенсәлекле видеоҡулланмаға әүерелде. Был миҙгелдә Вячеслав Чернев уҡытыу методикаһына бер аҙ үҙгәрештәр индерҙе. Уның һөҙөмтәһе бармы, юҡмы — проектта ҡатнашыусылар һәм телевизор ҡараусылар үҙҙәре күрер. Был юлы Вячеслав теманы инглиз, хинди, йоруба телдәрендә аңлата. Уҡытыу башҡа телдәр менән сағыштырып алып барыла. Минеңсә, ошо алым башҡорт телен өйрәнеүселәргә генә түгел, уҡытыусыларға ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ», — тип иҫәпләй Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.

Быйыл проектта Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Дипендра Кунвал (Непал), Башҡортостан юлдаш телеканалының «Фән 102» программаһы продюсеры Гүзәл Хөрмәтова, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты студенты Александр Васильев, Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторы, билдәле шоумен Боджей Давид (Нигерия) һәм Өфө мәктәптәренең береһенең 10 класс уҡыусыһы Маргарита Гейт ҡатнаша.

«Проекттың төп бурысы — 12 дәрестә башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү. Ҡатнашыусылар башҡортса белмәһә лә, телде өйрәнергә теләктәре ҙур. Улар тәүге дәрестәрҙә үк хаталы итеп булһа ла башҡортса һөйләшергә тырышты. Хәҙер уңыштары ла бар», — тип хәбәр итте проекттың мөхәррире Зөлфиә Рәхмәтуллина.

«Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуының икенсе миҙгеле Башҡортостандың Журналистар союзы булышлығында ойошторолған.

темалар: телевидение