4 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2015 йыл, 13:54

Игорь Захаркин «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде

фото: «Салауат Юлаев» хоккей клубы

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Салауат Юлаев» хоккей клубы идараһы ултырышында Игорь Захаркин менән килешеүгә ҡул ҡуйырға хәл ителде, тип хәбәр итә Өфө клубының матбуғат хеҙмәте. Белгес «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде.

Кисә өфөләр Захаркин етәкселегендә Братиславаның «Слован» командаһын 3:2 иҫәбе менән еңде.