Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Бер төн эсендә республиканың көнбайышында ун ике сантиметр ҡар яуған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың көнбайышында, Туймазы ҡалаһында, Кушнаренко, Илеш райондарында 8 октябргә ҡарай төндә ун ике сантиметр ҡар яуған. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Туймазыла йәшәүсе Рөстәм Фәсхетдинов хәбәр итте.

«Ҡар төнө буйына яуҙы. Һауа температураһы — 1 градус һалҡын. Тирә-яҡ епшек ҡарға күмелде», — тине ул.

«Башинформ» агентлығының Башгидрометҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, 8 октябрҙә епшек ҡар яуыуы, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, боҙлауыҡ, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа буран сығыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть