11 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2015 йыл, 12:13

Рөстәм Хәмитов Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Мехди Санаи менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Иран Ислам Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехди Санаиҙың осрашыуы булды. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни, мәҙәни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Бөгөн илдәрҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән бәйләнеш булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Әлбиттә, яҡын арала үҙ-ара эш итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Башҡортостан делегацияһын Иранға ебәреү күҙаллана. Нефть сығарыу, нефть химияһы, нефть эшкәртеү өлкәһендә үҙ-ара эш итергә мөмкин. Бынан тыш, беҙ машиналар эшләү комплексының Иран предприятиелары менән хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тотабыҙ. Быйыл беҙҙең делегация Иранға барыр, тип ышанабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Киләһе йылда беҙ килешеүҙәрҙе ғәмәлгә ашыра, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәй, бизнес мөнәсәбәттәрен үҫтерә башларға тейеш.

– Төрлө йүнәлештәрҙә, шул иҫәптән мәғариф, юғары уҡыу йорттары менән эшләү, иҡтисад, сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур мөмкинлектәребеҙ бар. Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте яҡшы, беҙ тап шуға иғтибар иттек, – тип билдәләне Мехди Санаи. – «Башнефть» компанияһы менән һөйләшеүҙәр ҙә ыңғай һөҙөмтәләрен бирер, тип ышанабыҙ.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, «Башнефт»тең Иран менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләһе компания етәкселеге менән осрашыуҙа тикшереләсәк.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2014 йылда Иран  Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙары араһында 80-се урын биләне. Үҙ-ара тауар әйләнеше 281,9 мең доллар тәшкил иткән. Республиканан Иранға ташлы тоҡомдарҙы һәм грунтты быраулау ҡорамалдары оҙатыла. Башҡортостанға органик химик берләшмәләр (бутилен) һәм быраулау ҡорамалдары килтерелә.