4 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2015 йыл, 9:52

2023 йылда Бөтә донъя философтары конгресының Өфөлә үтеүе ихтимал

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2023 йылда Бөтә донъя философтары конгресының Өфөлә үтеүе ихтимал. VII Рәсәй философтары конгресының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара философтар йәмғиәте федерацияһының генераль секретары, профессор Лука Мария Скарантиноға шундай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.

– Халыҡ-ара философтар йәмғиәте федерацияһының генераль секретары миңә былай тине: «Әгәр Рәсәй философтар йәмғиәте Халыҡ-ара философтар йәмғиәтенә шундай үтенес менән мөрәжәғәт итһә, беҙ 2023 йылда Өфөлә Бөтә донъя философтары конгресын уҙғарыу мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ». Был илебеҙҙә ҙур ваҡиға булыр ине , – тип хәбәр итте журналистарға Рөстәм Хәмитов.

Рәсәй философтар йәмғиәте президенты Вячеслав Стёпин шундай ғариза әҙерләнәсәген раҫланы.

– Бөтә донъя философтары конгресының ошо ғаризаны нисек ҡарауы һәм ниндәй ҡарар ҡабул итеүе беҙҙән тормай. Һис шикһеҙ, беҙгә стеналар йәки ойоштороу ғына кәрәкмәй. Беҙгә ҡаҙаныштар, көслө философия мәктәбе кәрәк. Йәштәр ҙә философтар конгресында ҡатнашырға тейеш. Был бик ҡатмарлы, әммә быны эшләй алырбыҙ, тип ышанам, – тине республика Башлығы.

Бынан тыш, хәҙерге ваҡытта Өфөлә Евразия философтары конгресын уҙғарыу мәсьәләһе тикшерелә.