8 декабрь, Кесе йома

07 октябрь 2015 йыл, 18:44

Рөстәм Хәмитов: «Философ ул – «цивилизация баҡсасыһы»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 7 октябрҙә Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Философия. Толерантлыҡ. Глобалләштереү. Көнсығыш һәм Көнбайыш — донъяға ҡараштар диалогы» VII Рәсәй философтары конгресын асыуҙа сығыш яһаны.

Философтар конгресын Өфөлә уҙғарыу күп осраҡта Көнсығыш менән Көнбайыштың Башҡортостанда киҫешеүенә бәйле.

Конгреста тикшереләсәк мәсьәләләрҙең әһәмиәте хаҡында һөйләгәндә республика Башлығы философияның планетала гуманистик цивилизация булдырыусы фән булыуын билдәләне.

– Кешелек цивилизацияһы йәш. Шуның менән бергә ул үҫә, нығына, һәм уға ошо йәһәттән ярҙам итергә кәрәк. Философ ул – «цивилизация баҡсасыһы», яуаплы, изге, йәмғиәт өсөн мөһим һәм кәрәкле, – тине төбәк етәксеһе. – Сөнки ғәҙеллек, именлек, гармониялы үҫешеү – кеше өсөн төп ҡиммәттәр.

Рәсәй философтары конгресы 1997 йылдан Рәсәй ҡалалары һәм төбәктәренең классик университетында өс-дүрт йылға бер тапҡыр  үткәрелә. Башҡортостан конкурс буйынса һайлап алыуҙа 2009 йылдан ҡатнаша, сөнки Рәсәй философтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе фәнни ҡеүәте, ғилми эштәрҙең әүҙемлеге һәм ғалимдар һаны буйынса Рәсәйҙә Мәскәү һәм Санкт-Петербург философтары йәмғиәттәренән ҡала өсөнсө урында килә.

Конгреста ҡатнашыу өсөн 1 515 кеше, шул иҫәптән 495 философия фәндәре докторы һәм 620 кандидат, 400 аспирант, студенттар теркәлгән. Улар секция эштәрендә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, симпозиумдарҙа ҡатнашасаҡ. Конгресҡа Рәсәйҙең 95 ҡалаһынан һәм 21 илдән (Төркиә, Бөйөк Британия, Болгария, Иран, Франция, Италия, Бельгия, Азербайжан, Беларусь, Германия, Израиль, Испания, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Молдова, Сирия Ғәрәп Республикаһы, Словакия, АҠШ, Үзбәкстан, Украина) ғалимдар килгән.

Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.