Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалаға Ҡырым Республикаһының рәсми делегацияһы килә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

8 октябрҙә Өфөгә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының рәсми делегацияһы: Ҡырым парламенты рәйесе Владимир Константинов, Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы Аппараты етәксеһе Валентина Шевель, Дәүләт Советының профилле комитет етәкселәре һәм ағзалары, Ҡырым парламенты рәйесе ярҙамсыһы Диана Киргизова килә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 10 октябргә тиклем дауам итәсәк сәфәрҙең программаһында республика етәкселеге, республика парламенты депутаттары менән осрашыу, закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Ҡунаҡтар Республика көнөнә арналған тантаналы концертҡа, шулай уҡ Археология һәм этнография музейына, Салауат Юлаев һәйкәленә, Еңеү паркына, «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә, Ядро медицинаһы үҙәгенә, Өфө дәүләт авиация техник университетына, «Алексеевка» совхозына, «Аҡбуҙат» ипподромына, «Өфө-Арена» спорт комплексына барасаҡ. Өфө вуздарында белем алыусы Ҡырым Республикаһы студенттары менән осрашыу планлаштырылған.

Закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү федераль закон проекттарын бергә әҙерләүҙе, норматив акттар һәм уларҙың проекттары, башҡа материалдар менән алмашыуҙы, конференциялар, семинарҙар, осрашыуҙар үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть