8 декабрь, Кесе йома

07 октябрь 2015 йыл, 17:07

Республикаға эш сәфәре менән Афғанстан делегацияһы килде

фото: Андрей Старостин | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанға эш сәфәре менән Афғанстан Ислам Республикаһының рәсми делегацияһы килде. Сәфәр сиктәрендә Башҡортостан менән Афғанстандың футбол командалары араһында иптәштәрсә матч уҙғарыу, ҡунаҡтарҙың республика башҡарма власть органдары етәкселәре менән осрашыуы ҡаралған. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Рәсәй Федерация Советы вәкиле Вячеслав Некрасов Афғанстандың бай тарихлы боронғо ил булыуын билдәләне. Ул шулай уҡ ошо сәфәргә алдан ҙур әҙерлек алып барылыуы хаҡында һөйләне. Спортта үҙ-ара эш итеү 2012 йылда уҡ башланды. 2013 йылдың апрелендә Рәсәйҙең ветерандар йыйылма командаһы Афғанстанда футбол уйнаны. Бөгөнгө уйын спорт байрамы ғына түгел, ул илдәребеҙ араһында дуҫлыҡ күпере булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә, тине Вячеслав Некрасов.

Афғанстандың милли йыйылма командаһы тренеры Мөхәммәт Йософ Каргар Башҡортостанға йылы ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Спорт Рәсәй менән Афғанстанды берләштерә, тип билдәләне ул.

«Беҙ рухи яҡтан халҡығыҙға яҡын. Советтар Союзы беҙгә ярҙам иткән заманды һаман да иҫкә алабыҙ. Ҙур объекттар, шул иҫәптән спорт менән шөғөлләнеү залдары төҙөлдө. Спорт кешеләрҙе берләштерә. Киләсәктә лә дуҫлығыбыҙ дауам итер, тип ышанабыҙ», — тине Афғанстандың милли йыйылма командаһы тренеры.

Футбол уйынынан тыш, ҡунаҡтар өсөн Өфө буйлап экскурсия, музейҙарға һәм мәсеттәргә барыу ойошторола. Афғанстан делегацияһы составында ижади төркөм дә бар, улар Башҡортостанға сәфәр хаҡында фильм төшөрә.