Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы Башҡортостанда май экстракцияһы заводын үҫтереү мөмкинлектәрен баһаланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

7 октябрҙә федераль Хөкүмәт комиссияһы вәкилдәре Күмертау ҡалаһы янындағы Маячный ауылында май экстракцияһы заводының төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Күмертауға эш сәфәре менән «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Илья Кривогов етәкселегендә Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм килде.

Төҙөлөш майҙансығын ҡарауҙа эшсе төркөм ағзалары, Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, Силәбе өлкәһе «Сигма» холдинг компанияһының генераль директоры Александр Махров, «Май экстракцияһы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Владимир Емелин ҡатнашты.

Күмертау башлығы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Ирина Голованова һүҙҙәренсә, эшсе төркөм май экстракцияһы заводының төҙөлөш майҙансығын, тимер юлдарын һәм автомобиль юлын ҡарап сыҡты. Дирекция комиссия ағзаларының барлыҡ һорауҙарына ла аныҡ яуап бирҙе.

«Хәҙер беҙ Күмертау хакимиәтенә эшсе төркөм ултырышына барабыҙ, унда беҙҙең проекттар ентекле тикшереләсәк», — тип аңлатма бирҙе Ирина Голованова.

Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә, комиссия ағзалары заводтың мөмкинлектәре ҙур булыуын билдәләгән.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса Маячный ауылында май экстракцияһы заводы объекттарын төҙөүгә һәм реконструкциялауға аҡса бүлеү мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть