8 декабрь, Кесе йома

07 октябрь 2015 йыл, 14:38

Өфөлә «Этно-WorldMusicShow» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Этно-WorldMusicShow» этно-эстрада музыкаһы халыҡ-ара фестивале уҙғарыла. Йырсы Юлиана Кривошапкина (Саха-Яҡут) һәм «Алашулы» этно-рок төркөмө (Ҡаҙағстан) сараның төп ҡунаҡтары буласаҡ.

Программала йәш башҡарыусылар, халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаттары — Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Екатерина Ямщикова, Марсель Ҡотоев, Зилиә Бәхтиева, Диана Ишниязова һәм «Арғымаҡ», «Әссәләм», «Ятаған» төркөмдәренең сығыштары ҡаралған.

«Юлиана Кривошапкина 2010 йылда «Урал моңо» төрки йәштәр халыҡ-ара фестивалендә тәүге сығышынан уҡ Өфө тамашасыһының һөйөүен яуланы. Ул хомуста оҫта уйнай һәм төрлө тауыштар сығара белә. Сәхнәнән торна тауышын, бүре олоуын ишеткәс, зал алҡыштарға күмелде», — тип һөйләне фестивалде ойоштороусы Зәлифә Барлыбаева.

Артистка шулай уҡ быйыл март айында Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән «Урал ауазы» халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре фестивалендә махсус ҡунаҡ булараҡ ҡатнашты.