Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда иң яҡшы студенттарға республика Башлығы стипендиаттары дипломы тапшырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Республика көнө алдынан юғары уҡыу йорттарында белем алыусы иң яҡшы студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тапшырыла. Улар фәнни ҡаҙаныштары, конференцияларҙа, форумдарҙа, симпозиумдарҙа ҡатнашҡаны һәм яҡшы уҡыуҙары өсөн шундай юғары баһаға лайыҡ булған.

Өфө дәүләт авиация техник университетында дүрт докторант, 13 аспирант, 27 студент Башҡортостан Башлығы стипендияһын алды, тип хәбәр иттеләр вуздың матбуғат үҙәгендә.

Һәләтле йәштәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, университеттың социология һәм социаль технологиялар кафедраһы мөдире Салауат Сәғитов ҡотланы.

«Өфө дәүләт авиация техник университетына килгән һайын тулҡынланам. Бында минең студент йылдарым үтте, ошонда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Стипендиаттарға ҡыйыуыраҡ булыуҙарын теләйем! Үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе тойһағыҙ, уны эш менән дәлилләгеҙ. Профессорҙар һәм уҡытыусылар һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәк», — тине Салауат Сәғитов.

Өфө дәүләт нефть техник университетында 21 студент, 10 аспирант һәм өс докторант республика Башлығы стипендияларын аласаҡ. Шулай уҡ был көндә өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса Рәсәй Президенты һәм Рәсәй Хөкүмәте, Өфө дәүләт нефть техник университетының ғилми советы, университеттың күренекле ғалимдары һәм танылған эшмәкәрҙәре стипендиаттары билдәләнде. Бөтәһе 94 кеше наградаға лайыҡ булды.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин, студенттарға һәм йәш ғалимдарға мөрәжәғәт итеп, былай тине: «Уҡығыҙ, фән менән шөғөлләнегеҙ, һәм хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланасаҡ!».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть