11 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2015 йыл, 11:40

Мәскәү «Арбаты» яҡташтарҙы Республика көнөн билдәләргә саҡыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йәкшәмбе, 18 октябрҙә, «Арбат» мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә. Байрамды ойоштороусы — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәскәүҙәге Башҡортостан яҡташлығы, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, милли ижади коллективтар.

Республиканың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, көн дауамында бай мәҙәни  программа ойошторола. Республика сәнғәт оҫталарының сығышы, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеү, башҡорт сувенирҙары йәрминкәһе һәм йәштәр өсөн дискотека ҡаралған. Павильонда «Башҡортостан — сит ил фотографтары күҙлегенән» исемле күргәҙмә эшләйәсәк.

Концертта Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары һәм Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы ағзалары ҡатнаша. Улар араһында билдәле джазмен Олег Киреев, йырсылар Радик Юлъяҡшин, Айҙар Хәмзин, Фәүриә Саяхова, журналист Гөлнара Ибраҡова, «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле, «Алтын Ай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Заман» төркөмө, «Ләйлә» ансамбле, шулай уҡ «Һул яҡлап хәрәкәт» төркөмө бар.

Инеү ирекле. Байрам Мәскәү, Яңы Арбат, 21, «Смоленск» йәки «Арбат» метро станцияһы адресы буйынса уҙғарыла.

Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтында.