11 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2015 йыл, 10:28

Был аҙнала Өфө Рәсәй философтарының баш ҡалаһына әүереләсәк

фото: Андрей Старостин | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Был аҙнала Өфө Рәсәй философтарының баш ҡалаһына әүереләсәк — 7 октябрҙән 10-на тиклем республиканың баш ҡалаһында «Философия. Толерантлыҡ. Глобалләштереү. Көнсығыш һәм Көнбайыш — донъяға ҡараштар диалогы» VII Рәсәй философтары конгресы уҙғарыла.

Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һөйләүенсә, ошоға оҡшаш тәүге алты форум Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Новосибирскиҙа, Дондағы Ростовта, Түбәнге Новгородта ойошторолған.

«Был Рәсәй конгресы булыуға ҡарамаҫтан, унда сит ил делегаттары ла ҡатнаша. Донъяның 16 иленән һәм Рәсәйҙең 71 төбәгенән 1517 философ теркәлгән. Өфөгә 600-гә яҡын кеше киләсәк», — тине Николай Морозкин.

Рәсәйҙең философтар йәмғиәте вице-президенты, философия фәндәре докторы Александр Чумаков һүҙҙәренсә, беренсе Бөтә донъя философтары конгресы 1900 йылда үткәрелгән. Бөгөн бындай саралар биш йылға бер тапҡыр ойошторола. Рәсәй делегацияһы уларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Советтар Союзында ла философия форумдарын уҙғарыу традицияһы булған. Рәсәйҙә ул 1997 йылда тергеҙелә.

«Беҙҙең бай философик мираҫыбыҙ бар, — тип билдәләне Александр Чумаков. — Философтар бөгөнгө көндөң төп проблемаларын билдәләү һәм уларҙы тикшереүгә сығарыу өсөн генә түгел, уға ҡарата мөнәсәбәт тәрбиәләү өсөн дә йыйыла. Бындай саралар беҙҙең өсөн бик кәрәк. Конгресты үткәреү хоҡуғын алыуға Владивосток, Санкт-Петербург дәғүә итте, әммә дөйөм йыйылышта етенсе конгресты уҙғарыу урыны итеп күпселек тауыш менән Өфө һайланды».

Философтар конгресы 7 октябрҙә Конгресс-холда пленар ултырыш менән асыла, секция ултырыштары төрлө майҙансыҡтарҙа үтә. Өфөнөң бөтә юғары уҡыу йорттары форумды үткәреүгә йәлеп ителгән.

Конгрестың программаһы менән сараның рәсми сайтында танышырға мөмкин.