Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә көслө ел, епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ көтөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

7 октябрҙә Башҡортостанда көслө ел, епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ көтөлә. Был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.

Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ваҡыты менән ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал. Киске сәғәт 8-ҙән ҡар яуа башлай. Башгидромет хәбәр итеүенсә, һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында ҡайһы бер райондарҙа электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ваҡытлыса ҡар ҡаплауы көтөлә. 8 октябрҙә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть