8 декабрь, Кесе йома

06 октябрь 2015 йыл, 17:32

Ригала башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 октябрҙә Ригала башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы була. Латвияның «Дайлес» театры Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» тигән пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙы, тип хәбәр итә «Азатлыҡ» радиоһы сайты. «Изге эш» исемле спектакль яңы ижад миҙгелендә тәүге премьера буласаҡ.

Ҡуйыусы режиссеры — Паулс Тимротс, пьесаны ла латыш теленә үҙе тәржемә иткән. Төп ролдәрҙе Индра Бике, Юрис Барткевичс, Элина Дзелме, Мартиньш Почс башҡара.

Флорид Бүләков (1948-2015) — башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Уның пьесалары Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм алыҫ сит ил театрҙарында ҡуйыла.

«Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» трагикомедияһы — авторҙың тәүге драма әҫәрҙәренең береһе.

«Был спектакль, башҡа пьсалар кеүек үк, мөхәббәт хаҡында. Уларҙан айырмалы рәүештә, көслө, мәңгелек мөхәббәт тураһында. Әлбиттә, тормошта төрлө мәлдәр була, әммә улар һөйөү утын һүндермәй. Минеңсә, һәр беребеҙ ошондай хистәр хаҡында хыяллана һәм кемдәр уны тапҡан, шулар бәхетле», — тигәйне Флорид Бүләков.

темалар: театр, премьера