8 декабрь, Кесе йома

06 октябрь 2015 йыл, 16:44

Баш ҡалала Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы тапшырыу тантанаһы үтәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда 2013-2014 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһын һәм 2015 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһын тапшырыу тантанаһы үтә.

Йәштәр премияһын тапшырыу буйынса комиссияға 27 эш тәҡдим ителде, күбеһе сәнғәт өлкәһенә ҡарай. Шуларҙан 12 йәш һәм һәләтле дәғүәсе һайлап алынды. Ике йәш авторҙың һәм бер ижади коллективтың эштәре комиссия ағзаларының иң күп тауышын алды.

Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға Башҡортостан һәм яҡташтар тураһында материалдар шәлкеме өсөн «Труд» гәзитенең бүлек мөхәррире Гүзәл Агишева, публицистик мәҡәләләре өсөн Белорет мәғлүмәт үҙәгенең «Урал» гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина, «Улар Тыуған иле өсөн көрәште», «Тыуған ил ҡайҙан башлана...», «Спорт — көсһөҙҙәр өсөн түгел» фотоһүрәттәр шәлкеме өсөн Стәрлетамаҡ районы мәғлүмәт үҙәгенең «Ауыл тормошо» гәзите фотохәбәрсеһе Юрий Нестеренко лайыҡ булды.

темалар: премиялар