3 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2015 йыл, 15:57

Республикала властың конкуренцияны үҫтереүгә ярҙам буйынса вәкәләтле органы билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Иҡтисади үҫеш министрлығын башҡарма властың конкуренцияны үҫтереүгә ярҙам мәсьәләләре буйынса вәкәләтле органы итеп билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ведомствоның сайтында хәбәр ителеүенсә, был Рәсәй төбәктәрендә Конкуренцияны үҫтереү стандартын индереү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Стандартҡа, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы талаптарына ярашлы, республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары һәм ведомстволары ҡатнашлығында өҫтөнлөклө һәм социаль әһәмиәтле төбәк баҙарҙары исемлеген билдәләү, тейешле саралар планын эшләү буйынса эш ойоштороласаҡ.

Стандартты индереү һөҙөмтәһендә төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм бизнесты алып барыу өсөн шарттар яҡшырырға тейеш.