Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле яңы ижад миҙгелен аса

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле яңы ижад миҙгелен аса. 22 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында «Берҙәм ғаиләлә» исемле тамаша була. Концерт донъя халыҡтарының берҙәмлегенә арналған.

Тамашаны ижади төркөм — «Мираҫ»тың директоры Айнур Искәндәров, художество етәксеһе Нәфирә Ихсанова, балетмейстер Әлфиә Тимерғәзиева, хормейстер Эльвира Ғәйфуллина, музыкаль етәксе Сергей Гориченский, «Забава» ансамбле етәксеһе Виктор Ярцев әҙерләй.

Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.

Ансамблдең репертуарында 70-тән ашыу бейеү бар. Уның нигеҙен республика халыҡтары фольклоры тәшкил итә. Башҡортостан илселәренең сәнғәте Рәсәйҙең күп ҡалаларына таныш, улар араһында — Сочи, Түбәнге Новгород, Чебоксар, Һамар, Мәскәү. Мираҫтарға Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Лаос, Ҡаҙағстан тамашасылары алҡышлаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть