4 декабрь, Йәкшәмбе

06 октябрь 2015 йыл, 14:35

Башҡортостанда фермерҙар дөйәғош үрсетеү менән шөғөлләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда дөйәғош үрсетеү фермаларын төҙөү популяр була бара. Мәҫәлән, Туймазы районы Ҡандра-Төмәкәй ауылынан Маннановтарҙың йәш ғаиләһе дүрт Африка дөйәғошо һатып алған. Тәүге йылда улар 60 йомортҡа алырға иҫәп тота. Дөйәғош итенә һорау ҙур, шуға күрә эшҡыуарлыҡ файҙалы булмаҡсы. Дүрт йылда был тоҡомло ҡоштарҙың ауырлығы 150 килограмға етә, улар 70 йәшкә тиклем йәшәй.

Йәш эшҡыуарҙар күп профилле ферма, шул иҫәптән дөйәғош үрсетеү өсөн нәҫел репродукторы ойошторорға ниәтләй. Бынан тыш, агротуризмды үҫтереү планлаштырыла. Әле эшҡыуарҙар «Яңы эш башлаусы фермер» дәүләт программаһында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләй, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.