Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә йыл башынан ике миллиондан ашыу кеше Бәйләнеш үҙәге аша табипҡа яҙылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Республикала йыл башынан 2 миллион 300 мең самаһы кеше Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге аша табипҡа яҙылған. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 4,4 тапҡырға күберәк.  

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, табиптарға иртәнге 8-се яртынан киске сәғәт 7-гә тиклем 09383 берҙәм телефоны аша яҙылырға була. Бәйләнеш үҙәгенә 246-93-83 телефоны буйынса ла шылтыратырға мөмкин.

«Кеҫә телефонынан 09383 һандарын йыйғандан һуң медицина учреждениеһының кодын индерергә кәрәк. Әгәр шылтыратыусы кодты белмәй икән, уны Бәйләнеш үҙәге операторы менән тоташтырасаҡтар», — тип аныҡланы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова.

Бәйләнеш үҙәге аша участка терапевына, педиатрына, теш табибына, акушер-гинекологка яҙылырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть