5 декабрь, Дүшәмбе

06 октябрь 2015 йыл, 12:12

Лилиә Ғүмәрова: «Бюджет аҡсаларын сифатлы тотоноу — заман талабы»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова «Сочи-2015» Халыҡ-ара инвестиция форумы эшендә ҡатнашты. Сара 1 октябрҙән 5-нә тиклем уҙҙы.

Лилиә Ғүмәрова түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, унда финанс секторы, федераль башҡарма власть органдары, шулай уҡ Рәсәй эшҡыуарлығы һәм эксперттар берләшмәһе вәкилдәре иҡтисади үҫеш, Рәсәй төбәктәренең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген һәм социаль тотороҡлоғон тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

«Форумда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, социаль гарантиялар, инвестиция әүҙемлеге, файҙалы импортты алмаштырыу мәсьәләләре күтәрелде», — тип һөйләне сенатор.

Бөгөн көсөргәнешле бюджет шарттарында сығымдарҙы арттырыу түгел, ә бюджет аҡсаларын сифатлы итеп тотоноу хаҡында уйларға кәрәк. Был —заман талабы.

Сарала 9300 кеше, шул иҫәптән 40 илдән 210 сит ил ҡунағы, 1200 журналист ҡатнашты. Форумға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫарҙары Игорь Шувалов, Ольга Голодец, Аркадий Дворкович, федераль министрҙар, төбәк етәкселәре һәм Рәсәй эшҡыуарлығы вәкилдәре килде.