Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала үҙешмәкәр композитор Юлай Моратов менән бәхилләштеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Үҙешмәкәр композитор Юлай Моратов Сибайҙа 67-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Республиканың мәҙәни тормошонда спектаклдәргә көйҙәр ижад итеүсе һәм 200-ҙән ашыу йыр авторы булараҡ билдәле. Уның йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Гөлсөм Бикбулатова, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин кеүек популяр йырсылар башҡарҙы.

Юлай Хәким улы Моратов 1949 йылда Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Буласаҡ композитор Сибай педагогия училищеһын һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын тамамлаған. Юлай Моратовты Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында һәләтле уҡытыусы һәм күп балалы атай булараҡ беләләр ине. Ул үҙенең 10 балаһына ла музыкаль белем биргән.

Мәрхүм тыуған төйәгендә — Баймаҡ районында ерләнә. Композиторҙың йырҙарын «Бәйләнештә»ге төркөмдә тыңларға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть