3 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2015 йыл, 10:37

Екатеринбургта «Башҡорт теле – донъялағы боронғо төрки телдәренең береһе» тигән темаға конференция ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 октябрҙә Екатеринбургтың Халыҡ ижады һарайында «Башҡорт теле – донъялағы боронғо төрки телдәренең береһе» тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Конференцияла Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килгән ғалимдар: Рәсәйҙең академия һәм юғары уҡыу йорто фәне, йәмәғәт ойошмалары, музей йәмәғәтселеге вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнаша. Улар үҙҙәренең сығыштарында боронғо башҡорт теле, уның барлыҡҡа килеүе, үҫеше, хәҙерге торошо мәсьәләләренә ҡағыласаҡ.

Свердловск милләт-ара китапханаһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты белгестәре башҡорт теленә арналған китаптар күргәҙмәһен ойоштора.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, конференцияға республиканың Урал федераль округындағы рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин килә.

Әҙәбиәт йылы уңайынан сара үткәрергә Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге тәҡдим иткән. Ул Башҡортостан менән Свердловск өлкәһе хөкүмәттәре булышлығында уҙа. Конференцияла Башҡортостан Фәндәр академияһы, Свердловск өлкәһе губернаторы хакимиәте, Екатеринбург ҡалаһы хакимиәте, Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, Свердловск өлкәһендәге Йәмәғәт ойошмалары документацияһы үҙәге вәкилдәре ҡатнаша.