9 декабрь, Йома

06 октябрь 2015 йыл, 9:33

Йыл башынан 34 мең самаһы кеше Башҡортостандан ситкә киткән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуарҙан авгусҡа тиклем төбәктән ситкә китеүселәрҙең һаны 33,9 мең кеше тәшкил иткән. 34,1 мең кеше элекке йәшәгән урынын республикаға алмаштырған. 61 меңдән ашыуы иһә республика эсендә күсенгән. Миграция ағымы күләме 190,3 мең осраҡ тәшкил иткән.

Һөҙөмтәлә төбәктә миграция үҫеше 153 кеше тәшкил итте (былтырғы ошо уҡ осорҙа үҫеш — 1839 кеше).