Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов балаларға ҡарата хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

5 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә арналған хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

– Координация кәңәшмәһе эшен ҡатмарлы теманан башлайбыҙ. Өфө мәктәбенең бишенсе класс уҡыусыһын үлтереү бөтә республиканы тетрәндерҙе. Республика халҡы, ата-әсәләр бер үк һорауға яуап эҙләй: «Ни өсөн бер кем дә күрмәгән, фажиғәнән ҡотҡарып ҡалмаған?», – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай һорауҙарҙы тәү сиратта кешеләрҙең именлеге, балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы хеҙмәттәргә бирергә кәрәк. Ошондай фажиғә ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, был фажиғә балаларға ҡарата енәйәтселек кимәленең ҡатмарлы булыуын күрһәтте. Мәҫәлән, йыл башынан республикала бәлиғ булмағандарға ҡарата ҡылынған ике меңдән ашыу енәйәт теркәлгән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ошондай енәйәттәрҙең һаны артҡан. Өфөлә, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Әлшәй, Благовещен, Дыуан, Иглин райондарында балаларға ҡарата енәйәтселектең артыуы билдәләнгән.

Рөстәм Хәмитов халыҡ дружиналарын йәлеп итеп, урамдарҙы һәм парктарҙы, мәктәп һәм балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү, башҡа социаль әһәмиәтле объекттар янындағы биләмәләрҙе патрулләү иҫкәртеү саралары булып тора тип билдәләне.

– Хәүефле урындарҙы – урман зоналарын, ташландыҡ ҡаралтыларҙы, гараждарҙы юҡ итеүгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Яҡтыртыу, төҙөкләндереү буйынса саралар күреү, даими рейдтар уҙғарыу зарур, – тине Башҡортостан Башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть