11 декабрь, Йәкшәмбе

05 октябрь 2015 йыл, 17:37

Республиканың электр селтәре хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала көслө ел эҙемтәләрен бөтөрҙө

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың электр селтәре хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала көслө ел эҙемтәләрен бөтөрҙө. Уҙған ял көндәрендә республикала ямғыр яуыуы һәм көслө ел иҫеүе арҡаһында «Башкирэнерго» предприятиеһына ҡараған биләмәләрҙә электр сымдары өҙөлдө.

Компанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, айырыуса Белорет, Нефтекама һәм Үҙәк электр селтәрҙәре зыян күргән. Тиҙ арала тоҡандырыу, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ эшен яҡшы белеүҙәре һөҙөмтәһендә өҙөклөк ҡулланыусыларҙы электр менән тәьмин итеүгә йоғонто яһаманы.

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, яҡын арала республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Ҡырау төшөүе һәм һауа температураһының түбәнәйеүе ихтимал. «Башкирэнерго» белгестәре теләһә ниндәй һауа шарттарында ла ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итергә әҙер.