10 декабрь, Шәмбе

05 октябрь 2015 йыл, 16:48

Баш ҡалала республиканың иң яҡшы 35 уҡытыусыһына аҡсалата премиялар тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Дүшәмбе, 5 октябрҙә, Уҡытыусылар көнө уңайынан Башҡортостан Хөкүмәте йортонда педагогик берекмәнең иң яҡшы вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһы булды.

Сараға төбәктәге мәғариф учреждениеларының иң яҡшы педагогтары йыйылды. Улар «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә уҙғарылған аҡсалата дәртләндереү конкурсында еңеү яуланы. Бәйге 2006 йылдан үткәрелә. Туғыҙ йыл эсендә республикала йәшәүсе 1648 педагог премияға лайыҡ булған. Үҙҙәренең һөнәри байрамында йәнә 35 уҡытыусы дәүләт ярҙамын алды. Еңеүселәр сертификатын һәм 200 мең һум күләмендәге премияларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы. «Уҡытыусы — етди һөнәрҙәрҙең береһе. Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусыларға нисек итеп белем биреүегеҙгә бик күп нәмә бәйле», — тип билдәләне вице-премьер.

«Уртаса уҡытыусы бары һөйләй, яҡшы уҡытыусы аңлата, шәп уҡытыусы аңына һеңдерә, бөйөк уҡытыусы илһамландыра, тиҙәр. Бөгөн бында йәштәрҙе илһамландырыусы һәм көндәлек хеҙмәте менән киләсәкте төҙөүсе уҡытыусылар йыйылған. Һеҙҙең менән бергә илһөйәрҙәр тәрбиәләрбеҙ һәм республикабыҙҙы яңы офоҡтарға, яңы еңеүҙәргә илтербеҙ, тип ышанам. Тыныслыҡ, һаулыҡ һәм именлек һеҙгә», — тип ҡотланы уҡытыусыларҙы республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.