Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

«Аманат» журналы «Башҡорт халҡының хәрби даны» миҙалы менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә, «Башинформ» агентлығының матбуғат конференциялары залында «Аманат» журналын «Башҡорт халҡының хәрби даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов баҫманың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллинға награда, башҡорт һәм рус телдәрендә таныҡлыҡ тапшырҙы. «Аманат» журналы 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорт халҡының ҡатнашыуын әүҙем яҡтыртҡаны һәм Башҡортостанда үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн бүләкләнде.

— Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә 25 йыл тулыуға бәйле беҙ клубтың устав йолаһын башҡарабыҙ. «Аманат» балалар һәм үҫмерҙәр журналы илһөйәрлек тәрбиәһе биреү йәһәтенән файҙалы һәм мөһим. Ул башҡаларға өлгө булып тора, — тип билдәләне Илдар Шәйәхмәтов.

Сара һуңында клуб ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мәжитов башҡорт бейеүен башҡарҙы.

«Аманат» — башҡорт телендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айлыҡ журнал. Журнал биттәрендә балалар ижады, Башҡортостан халыҡтары тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт, мәктәп тормошо яҡтыртыла. 1929 йылдың мартынан сыға. Тиражы — 3230 дана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть