8 декабрь, Кесе йома

05 октябрь 2015 йыл, 14:56

Өфөнөң Еңеү паркында Хәрби техника аллеяһы асыла

фото: Өфө хакимиәте сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Шишәмбе, 6 октябрҙә, Өфөнөң Еңеү паркында Хәрби техника аллеяһы асыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

БМП-1 һәм БМП-2 пехоталарының бронялы машиналары, ЗСУ-23 зенит үҙйөрөшлө ҡоролмаһы, үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары (САУ), «Нона» хәрби машинаһы, БТР-70 бронетранспортеры, БМ-21 «Град» хәрби машинаһы күрһәтеләсәк.

Аллеяны асыуҙа ҡала етәкселеге, Бөйөк Ватан һәм локаль һуғыш ветерандары, кадеттар, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары ҡатнаша.