Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

«Стартап автобусы» Урал аръяғы һәм көньяҡ-көнсығыш райондарына юллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

«Стартап автобусы» Башҡортостандың Урал аръяғы һәм көньяҡ-көнсығыш райондарына юллана. Ағымдағы йылдың октябрендә «Стартап автобусы» республиканың муниципаль берәмектәренә сәфәрҙәр ойоштора.

«Проекттың форматын бер аҙ үҙгәртергә булдыҡ. Тәү сиратта муниципаль берәмектәргә барасаҡ ҡатнашыусылар һәм эксперттар күбәйә. Улар яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға булышлыҡ күрһәтә. «Стартап автобусы»нда ҡатнашыусыларға бизнес-тренер, муниципаль район хакимиәте башлығы, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды, Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге белгестәре һәм уңышлы эшҡыуарҙар ярҙам итәсәк», — тип билдәләнеләр республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат үҙәгендә.

«Стартап автобусы» проектының төп бурысы — эшҡыуарлыҡ субъекттарына муниципаль берәмектәрҙең биләмәләрендә яңы проекттар булдырыуҙа ярҙам, эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу.

Проект республикала былтыр декабрҙә эшләй башланы. Унда беренселәрҙән булып Шишмә районы эшҡыуарҙары ҡатнашты. «Стартап автобусы» шулай уҡ Ауырғазы районында, Өфөлә һәм Салауатта булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть