Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала 75 мең самаһы мәғариф хеҙмәткәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан уҡытыусылары, Рәсәйҙәге коллегалары кеүек үк, бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ваҡытта республикала мәғариф өлкәһендә яҡынса 75 мең хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 25 меңдән ашыуы — дөйөм белем биреү учреждениеларында.

Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, төбәктә көндөҙгө дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусыларының белем кимәле юғары — уҡытыусыларҙың 90 проценты юғары белемгә эйә.

Һөнәри белем биреү ойошмаларындағы 4,5 мең уҡытыусының 96 проценты юғары белемле. Вуздарҙағы 6,5 мең уҡытыусының 1031-е — фән докторы, 3886-һы — фән кандидаты, 705-е — профессор, 2178-е — доцент.

Мәктәп уҡытыусыларының күбеһе — ҡатын-ҡыҙ (87 процент).

Һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.

Уҡытыусылар көнө 100-ҙән ашыу илдә билдәләнә. Рәсәй иһә был байрамды 1994 йылдан бөтә донъя календары буйынса 5 октябрҙә билдәләй. Элегерәк Уҡытыусылар көнө октябрҙең тәүге йәкшәмбеһенә тура килә ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть