Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда совет ретро-автомобилдәре музейы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Салауат ҡалаһында «Auto СССР» совет ретро-автомобилдәре музейы асылды. Әлегә музей экспозицияһында 24 автомобиль һәм һигеҙ мотоцикл. Һәр экспонаттың үҙ тарихы бар, әммә тәүгеләрҙән булып ГАЗ-21 «Волга» реставрацияланған, тине музейҙың кураторы Наталия Пименова. Яйлап машиналарҙың һаны арта һәм музей асырға тигән ҡарар ҡабул ителә. Ул төҙөүселәр урамы, 15А адресы буйынса урынлашҡан.

«Беҙҙең ғорурланырлыҡ һәм сит ил машиналарында үҫкән быуынға күрһәтерлек автомобилдәребеҙ бар. Был музей ғына түгел, ә быуындар бәйләнеше, металда сағылдырылған тарих. Беҙ уны ошондағы автотранспорт миҫалында өйрәнә алабыҙ», — тине Салауат ҡала Советы депутаты Михаил Сокольников.

Музейҙы асыу тантанаһына Өфөнән, Бәләбәйҙән, Мәләүездән, Стәрлетамаҡтан республика ретро-автомобилдәр клубы ағзалары, шулай уҡ Салауат ҡалаһы халҡы һәм уның ҡунаҡтары килгәйне.

Әйткәндәй, өс йыл рәттән ошо музейҙағы автомобилдәр «Еңеү өсөн олатайға рәхмәт» автоуҙышына йәлеп ителә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть