11 декабрь, Йәкшәмбе

05 октябрь 2015 йыл, 9:40

Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районында яңы мәҙәниәт йортонда булды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 3 октябрҙә Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына сәфәре барышында Темәс ауылындағы яңы күп функциялы мәҙәниәт йортоноң эше менән танышты.

Уны төҙөү өсөн муниципаль бюджеттан – 2,5 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 700 мең һум аҡса бүленгән.

Мәҙәниәт йортонда республика Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булған «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге урынлашҡан. Уның бурысы – тарихи-мәҙәни мираҫты, кәсептәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, башҡорт халҡының фольклорын тергеҙеү һәм һаҡлау буйынса мәҙәни-ағартыу эшен ойоштороу.

Үҙәк мөдире Нур Ҡолмырҙин әйтеүенсә, бында туйҙар уҙғарыла, милли кейемдәрҙә фотоға төшөрөлә, Башҡортостан халҡының тарихы һәм мәҙәниәте өйрәнелә.

Ауыл мәҙәниәт йортонда балалар музыка мәктәбе эшләй, унда уҡыусылар классик һәм милли уйын ҡоралдарында уйнай. Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүҙең үҙенсәлекле методикаһы уны яһауҙың бөтә этаптарын үҙләштереүҙе күҙ уңында тота. Уҡыусыларҙың береһе республика Башлығына әле генә яһалған ҡурай бүләк итте. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ сольфеджио класын һәм бейеү залын ҡараны.

«Темәс» үҙешмәкәр ансамбле мәҙәниәт йортонда репетициялар үткәрә, уның ағзалары төрлө тармаҡтарҙа эшләй, буш ваҡыттарында иһә музыка менән шөғөлләнә.

Бынан тыш, бинала спорт һәм тренажер залдары ҡаралған, уҡыусылар өсөн ижади үҙәк эшләй, улар төрлө түңәрәктәргә йөрөй, өҫтәл теннисы уйнай.

– Бында музей, спорт майҙансығы, фойе, секциялар бар. Барыһы ла яҡшы. Бик һәйбәт күп функциялы учреждение төҙөлгән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов ауыл мәҙәниәт йортонда үткән мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһе барышында.