Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

2 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, транспорт, элемтә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмәғәт туҡланыуы, агросәнәғәт комплексы, урман хужалығы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, социаль өлкә, суд системаһы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм сәнғәт, физкультура һәм спорт өлкәләрендә эшләгән 60 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Был наградаға тырыш хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ булдығыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙгә яңы уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Янығыҙҙа һәр саҡ тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашырлыҡ йәштәр булһын.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть