8 декабрь, Кесе йома

02 октябрь 2015 йыл, 17:51

Ял көндәрендә Өфөлә һалҡын буласаҡ һәм ямғыр яуасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ял көндәрендә, 3 һәм 4 октябрҙә, баш ҡалала ямғыр яуасаҡ, тип хәбәр итә Башгидромет.

Шәмбе иртән термометр бағанаһы 5 градус йылыны күрһәтәсәк. Көндөҙ көслө ямғыр яуыуы көтөлә, һауа 14 градусҡаса йылынасаҡ, ел көсәйәсәк. Кисен йәнә 5 градус йылы, бер аҙ ямғыр яуасаҡ.

Йәкшәмбе көнө буйына ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы иртән 4, көндөҙ — 10, кисен 1 градус йылы буласаҡ.