7 декабрь, Шаршамбы

02 октябрь 2015 йыл, 17:28

Башҡортостанда импортты алмаштырыу проекты Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 235 миллион һум аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Сәнәғәтте үҫтереү фондының эксперт советы Стәрлетамаҡта беренсе импортты алмаштырыу проектын ғәмәлгә ашырыу  өсөн 235,3 миллион һум күләмендәге заемды хупланы. Фондтың заемын иҫәпкә алып, проекттың дөйөм хаҡы 386 миллион һум тәшкил итәсәк.

Яңы ғаризалар менән бергә фонд хуплаған проекттарҙың һаны 35-кә еткән. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу Рәсәй иҡтисадына 54 миллиард һум йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, шуларҙан фондтың займдары 12,28 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Проект сиктәрендә «Станоктар эшләү» ғилми-етештереү берекмәһе станоктар өсөн заманса корпустар етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй. Компания проект эшләй башлағандан һуң өс йыл дауамында станоктар өсөн корпустар баҙарының 10-15 процент өлөшөн биләргә планлаштыра. Өҫтәүенә яңы корпустар сит илдекенә ҡарағанда 10-15 процентҡа осһоҙораҡ буласаҡ.

Юғары етештереүсәнле 58 эш урыны булдырыла. Проектҡа 386 миллион, шул иҫәптән Сәнәғәтте үҫтереү фонды биргән заемды — 235,3 миллион һум аҡса һалыу ҡарала. Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 35,75 миллион һум инвестицияланған да инде.